Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 00:35

Ситтән тороп та белем алып була

Дүшәмбе уҡыусыларҙың дәрестәре башлана. Онлайн. Ул нисек алып барыла, әгәр берәй нәмә килеп сыҡмаһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә

Дүшәмбе уҡыусыларҙың дәрестәре башлана. Онлайн. Ул нисек алып барыла, әгәр берәй нәмә килеп сыҡмаһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә
6 апрель 10.00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телеканалында, Вся Уфа, Башҡортостан 24 һәм UTV каналдарында Радий Хәбировтың дәресе күрһәтелә. Дәресте интернетта ошо телеканалдарҙың сайттарында ла ҡарарға мөмкин.
Шунан һуң мәктәп директорҙары үҙҙәренең уҡыусыларына мөрәжәғәт менән сығыш яһай. Мөрәжәғәт ютуб-каналдарҙа трансляциялана, уларҙы мәктәп сайттарында табырға була.
Беренсе дәрестән һуң телеканалдар беренсе кластар өсөн дәрестәр күрһәтеүен дауам итә, ә ҡалғандар - 2-11-се класс уҡыусылары — үҙ компютерҙары артында уҡый башлай.
Башҡа көндәрҙә лә уҡытыу ошондай форматта алып барыла. Беренсе дәресте билдәле шәхестәр — сәйәсмәндәр, спортсылар һ.б. үткәрә.
Дәрестәр 30 минут дауам итә. Икенсе дәрестән һуң 20 минут тәнәфес (төшкө аш)
1-4-се класс уҡыусылары көнөнә - 4 дәрес, 5-9-сы класс уҡыусылары — 6 дәрес, 10-11-се кластар 7 дәрес уҡый
Баһалар электрон журналға ҡуйыла. Әйткәндәй, мәғариф министры тәүге аҙнала «икеле» һәм «өслө» билдәләре ҡуйылмай тип вәғәҙәләне.
Өҫтәмә белем биреү ҙә онлайн алып барыла. Дәрестәр 15.00 сәғәттә башлана.
Дистанцион белем биреү кәмендә ике аҙна дауам итә.
▪Хәҙер ҡайһы бер һорауҙарға яуаптар
— Интернетым йәки ноутбугым булмаһа, нимә эшләргә?
Бындай осраҡта аҙнаһына өс тапҡыр: дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә һеҙгә ҡағыҙҙа яҙылған эштәр килтерәләр, ә аҙаҡ тикшереү өсөн килеп алалар.
Интернет һәм смартфон булһа, электрон төрҙәге эштәрҙе почтаға йәки мессенджерға ебәрәләр.
Шулай уҡ, министр һүҙҙәренсә, ҡайһы бер мәктәптәрҙә дежур төркөмдәр ойошторола. Ләкин был мәктәптәрҙең исемлеген белмәйбеҙ.
— Ғаиләлә бер нисә уҡыусы, ә ноутбук берәү генә икән, нимә эшләргә?
Юғарыла әйтелгән миҫалдағыса, кемдер онлайн уҡыр, ә кемгәлер ҡағыҙҙа яҙылған эштәр килтерерҙәр йәки уларҙы электрон почта аша ебәрерҙәр, моғайын.
— Өйгә эштәрҙе тикшерәләрме?
Эйе, баһа ла ҡуйыла. Башҡарылған эштәрҙе почта аша йәки мессенджерҙарға ебәрергә кәрәк.
— Проблемалар килеп тыуһа, кемгә мөрәжәғәт итергә?
Тәү сиратта уҡытыусығыҙға.
Бына тағы кәрәкле телефондар:
Техник ярҙам
???? 8 800 100 81 80
Башҡортостан Мәғариф министрлығының ҡыҙыу бәйләнеш телефоны
???? 8 347 292 11 52, эш көндәрендә иртәнге 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем.