АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 10:51

Кредит каникулдары башланды

Шул уҡ ваҡытта Үҙәк банк кредит каникулдарың бөтөнләй бушлай булмауы тураһында ла иҫкәртте.

Рәсәй президенты В.В.Путин коронавирус киҙеүенән зыян күреүселәргә, бәләкәй һәм урта бизнес алып барған шәхси эшҡыуарҙарға кредиттың төп суммаһын һәм уның процентын түләү ваҡытын оҙайтыу хоҡуғы биргән Законға ҡул ҡуйҙы.
Шул уҡ ваҡытта Үҙәк банк кредит каникулдарың бөтөнләй бушлай булмауы тураһында ла иҫкәртте. Был осорҙа кредит проценттары артыуын дауам итәсәк. Каникулдар тамаланғас, өҫтәлгән проценттарҙы түләп бөтөүгә теүәл 24 ай бирелә. Беренсе түләү, льготалы осор үткәндән һуң, 30 көн эсендә башҡарылырға тейеш.
Льготалы осорҙа кредит түләй алғандарҙың аҡса күләме төп сумманы ҡаплауға ебәрелә. Был, үҙ сиратында, дөйөм кредиттың процентын кәметеү өсөн уңайлы буласаҡ.
#ВВПУТИН
Читайте нас: