Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель 2020, 13:00

Нимәләр тыйыла?

Ҡағиҙәләрҙе боҙма, фейк мәғлүмәт таратма...

Билдәле булыуынса, Дәүләт Думаһы коронавирус таралыуын киҫәтеү маҡсатында закондар ҡабул итте. Әлеге мәлдә халыҡ үҙаллы изоляцияла. 30 апрелгә тиклем ҡағиҙәләрҙе боҙоу тыйыла.
* Граждандарҙың, шәхси эшҡыуарҙарҙың килеме 30 проценттан да күберәккә кәмегән икән, тимәк уларға кредит каникулы бирелергә тейеш. Льготалы осорҙа штраф, пеня, бурысты таптырыу тыйыла.
*Дарыуҙарҙы дистацион һатыу рөхсәт ителә. Дарыухананан алып барыу ҡағиҙәләрен хөкүмәт үҙе булдыра.
*Үҙаллы изоляция тәртибен боҙоусыларға 30 мең һумғаса штраф ҡаралған. Ҡабатлап тәртип боҙоусыларға - 50 мең һумғаса.
* Сирле кеше вирус таратһа, башҡаларға йоҡторһа енәйәт эше ҡуҙғатыла. Фейк мәғлүмәт таратыусыларға ла был ҡағиҙә ҡағыла.
Читайте нас: