Сибай ҡалаһында Һаҡлыҡ банкыһының бер генә бүлексәһе эшен дауам итәсәк. Сибай баҙарында булған инцедентҡа бәйле ҡалала коронавирус инфекцияһын таралыуҙы профилактикалау маҡсатында Һаҡлыҡ банкыһының Ленин урамы,17 адресында урынлашҡан бер генә офисы эшләйәсәк. Офис шаршамбы, кесаҙна, шәмбе көндәре 9.00—16.00 сәғәттәрҙә халыҡты хеҙмәтләндерә.
Банктың ҡалған бүлексәләре эштәрен ваҡытлыса туҡтата. Уларҙың биналары дезинфекциялана. Бүлек хеҙмәткәрҙәре барыһы ла коронавирусты асыҡлауға тестар тапшырған һәм үҙаллы изоляция режимында ҡала. Анализ һөҙөмтәләре килеп клиенттарға бер ниндәй ҙә хәүеф янамауы асыҡланһа, офистар үҙ эштәрен тергеҙәсәк. Был хаҡта өҫтәмә хәбәр итәсәктәр.
Һаҡлыҡ банкыһы етәкселеге Сибай халҡынан тыуҙырған мәшәҡәттәре өсөн ғәфү үтенә һәм банктың ситләштерелгән хеҙмәтәре менән ҡулланырға саҡыра. Улар интернет селтәрендә “Сбербанк Онлайн” мобиль ҡушымтаһында һәм уның веб-версияһында бар.