Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 11:10

Юлға сығыу тыйыла

Бөгөн Рәсәйҙә коронавирус киҙеүен йоҡтороусылар һаны 3500-ҙән артыҡ, 235 кеше һауыҡҡан.

Рәсәй президенты В.В.Путин илдә коронавирус киҙеүе таралыуҙан һаҡланыу маҡсатында үҙаллы изоляцияны 30 апрелгә тиклем оҙайтыуҙан тыш төбәктәрҙәге халыҡты күсеп йөрөүҙән дә сикләргә кәрәклеген белдерҙе. 2 апрелдә юғары әҙерлек режимын үтәмәү өсөн яза биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйылды.
Юлға бөтә транспорт саралары ла сығарылмай, тик төбәк- ара аҙыҡ-түлек һәм эш сәфәре менән командировкаға сығыусы пассажирҙарҙы ташыусы автомобилдәр генә йөрөй ала. Махсус режим ваҡытында ҡала урамдарына сығыусылар өсөн үткәреү системаһы тәртибе индерелде.
Бөгөн Рәсәйҙә коронавирус киҙеүен йоҡтороусылар һаны 3500-ҙән артыҡ, 235 кеше һауыҡҡан.
#ВВПУТИН