Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 11:45

Дистанцион белем биреүгә әҙерлек бара

Бөгөн бар йәһәттән дә балаларҙы дистанцион белем биреүгә әҙерлек алып барыла. Тәүге дәрестәр 6 апрелдә башлана.

Бөгөн бар йәһәттән дә балаларҙы дистанцион белем биреүгә әҙерлек алып барыла. Тәүге дәрестәр 6 апрелдә башлана.
--Белем биреүҙең ошондай алымы етди мәсьәлә булыуын бөтәбеҙ ҙә аңлайбыҙ. Кисә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин онлайн-дәрестәрҙең бар нескәлектәренә аңлатма биреп үткәйне. Бөгөн иһә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ата-әсәләр өсөн вебинар ойошторасаҡ,--ти Сибай ҡалаһының 9-сы лицейы филиалы Арҡайым башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Г.Ю.Дәүләтбирҙина. Вебинар көндөҙгө 12.00 сәғәттә башлана. Вебинарҙы түбәндәге һылтанма аша ҡарарға мөмкин: https://www.youtube.com/channel/UCc2igW5.
#нацпроекты#миллипроекттар