Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2020, 11:00

Зарарһыҙлау саралары күрелә

Майҙансыҡтар киҫәтеүсе таҫмалар менән уратып алынған һәм унда балаларға уйнау тыйылыу тураһында яҙма беркетелгән.Идарасы компания етәкселеге ата-әсәләрҙе үҙаллы изоляция режимын тотоп, урамға балаларын сығармауҙы үтенә.

Сибай ҡалаһының “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” ҡарамағындағы күп ҡатлы йорттар биләмәләрендә 87 балалар майҙансығы бар. Граждандарҙы санитар-эпидемиология именлеген тәьмин итеү һәм “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында балалар майҙансыҡтары үҙаллы изоляция режимы ғәмәлдән сыҡҡансы ябылды. Майҙансыҡтар киҫәтеүсе таҫмалар менән уратып алынған һәм унда балаларға уйнау тыйылыу тураһында яҙма беркетелгән.
Идарасы компания етәкселеге ата-әсәләрҙе үҙаллы изоляция режимын тотоп, урамға балаларын сығармауҙы үтенә.
Шулай уҡ ҡалала күп ҡатлы йорттарҙың подъездары Роспотребнадзор ҡулланыуға яраҡлы тип тапҡан дезинфекция саралары менән эшкәртелә.
--Торлаҡ хужалары санитар талаптарҙы үтәп, хеҙмәткәрҙәргә эштәрен башҡарыуҙа ҡамасауламаһындар ине,--ти “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” идарасы компания етәкселеге.
#нацпроекты#миллипроекттар