2020 йылда Башҡортостанда юл ремонты һәм төҙөлөшө эшенә 15,5 млрд һум тотоноу планлаштырыла. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Р.Ф.Хәбиров социаль селтәрҙәге үҙ сәхифәһендә белдерҙе.
Әле 27 асфальт-бетон заводының 18-е үҙ эшен башлаған. Шишмә районында, Өфө ҡалаһында иҫке асфальт ҡаттарын ҡутаралар. Көндәр йылыныу менән яңыһы һалынасаҡ.