Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2020, 11:32

Шәхси клиникаларҙа ла коронавирус инфекцияһын асыҡлап була

Бөгөн Рәсәйҙә ике меңдән ашыу кеше коронавирус инфекцияһынан дауалана. 190-ы һауығып сыҡҡан.

Рәсәй президенты В.В.Путин белдереүенсә, Рәсәйҙә коронавирус киҙеүенә бәйле хәлдәр һаман да киҫкенләшә. Халыҡтың был киҙеүҙең ҡурҡынысын аңлап етмәй үҙизоляцияны боҙоуы, сит илдән ҡайтыусыларҙың үҙҙәре тураһында ваҡытында хәбәр итмәүе лә хәлде ауырлаштыра.

Бөгөн Рәсәйҙә ике меңдән ашыу кеше коронавирус инфекцияһынан дауалана. Уларҙың 190-ы һауығып сыҡҡан.

Шәхси клиникалар ҙа киҙеүгә ҡаршы көрәш башланы, бында коронавирус инфкцияһын асыҡлау өсөн анализдар бирергә мөмкин. Шулай уҡ шәхси клиникаларҙың стационар дауаханаларында инфекцион бокстар булдырыу өҫтөндә эш алып барыла. ОМС полистарын ҡулланыусылар шәхси клиникаларҙа бушлай дауалана ала.

#ВВПУТИН

Читайте нас: