Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2020, 11:20

Ҡороһон инде вирус

Кисә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов Ҡыҙыл районынан Сибай баҙарына килеп ит һатыусы эшҡыуар һәм уның менән бәйләнештә булған Ҡыҙыл һаҡлыҡ банкыһы хеҙмәткәренең коронавирус инфекцияһы менән сирләүҙәре иҫбатланды тип белдерҙе.

Кисә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов Ҡыҙыл районынан Сибай баҙарына килеп ит һатыусы эшҡыуар һәм уның менән бәйләнештә булған Ҡыҙыл һаҡлыҡ банкыһы хеҙмәткәренең коронавирус инфекцияһы менән сирләүҙәре иҫбатланды тип белдерҙе. Ошоға хәлгә бәйле Республика Башлығы Р.Хәбиров Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районын “ҡыҙыл нөктә” тип атаны.
Урында үҙаллы изоляция режимы көсәйтелде. Йәмәғәт урындары—парк, сквер, балалар майҙансыҡтары ябылды. Сауҙа нөктәләре, күп ҡатлы йорттарҙың подъездары дезинфекциялана. Шулай уҡ ҡалаға Магнитогорск ҡалаһы яғынан ингән ергә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының профилактик посы ҡуйылды. Пост хеҙмәткәрҙәре үҙаллы изоляция режим үтәлешен тикшерә, профилактик сараларҙы иҫкәртә.
Читайте нас: