Бөгөн ил башлығы В.В.Путин Рәсәй хөкүмәте менән оператив кәңәшмә уҙғара. Был турала Рәсәй Федерацияһы президенты пресс-секретары Дмитрий Песков хәбәр итте.
Кәңәшмә сәсеү кампанияһын башлауға арнала. Бынан тыш бөгөнгө көнгә актуаль булған башҡа һоруҙарҙың да ҡаралыуы көтөлә.
Пресс-секретарь белдереүенсә, коронавирус пандемияһынан һаҡланыу маҡсатында кәңәшмәгә журналистар саҡырылмаған. Уның тура трансляцияһын онлайн режимда ҡарап була.