Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 10:48

1 апрелдән хәрби хеҙмәткә алыныу башлана

2020 йылдың 1 апреленән 15 июлгә тиклем 18-ҙән 27 йәшкәсә Рәсәй граждандары хәрби хеҙмәткә алынасаҡ

Хоҡуҡи мәғлүмәт порталында Рәсәй президенты Владимир Путиндың 1 апрелдән хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһындағы Указы баҫылып сыҡты. Был турала Газета.ru. хәбәр итте.
Документта, “2020 йылдың 1 апреленән 15 июлгә тиклем 18-ҙән 27 йәшкәсә Рәсәй граждандары хәрби хеҙмәткә алынасаҡ,” — тип яҙылған.
Быйыл хәрби хеҙмәткә 135 мең егет алынасаҡ. Рәсәй Федерацияһының оборона министрлығы башлығы Сергей Шойгу белдереүенсә, хәрби хеҙмәткә алыныр алдынан егеттәр коронавирус инфекцияһына тикшереү үтә.
#ВВПУТИН