Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2020, 11:04

Өйҙә ултырмаһаң – штраф

Әгәр карантин ваҡытында сирле тирә-йүндәгеләргә хәүеф тыуҙырһа, унан — 15-40 мең һум, вазифалы кешеләрҙән 50-150 мең һум түләтеүҙәре мөмкин.Штрафтың иң ҙур күләме — 1 миллион һум.

Ил башлығы В.В. Путин карантин каникулдары ваҡытында Рәсәй халҡының өйҙә ҡалыуҙарын һораны: “Һаулыҡ һаҡлау системаһының һөҙөмтәле эшләүе өсөн барыһы ла эшләнелә. Һаҡланыу маҡсатында һәр кем ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәп, өйҙәрендә генә ултырһа, коронавирус киҙеүе тарала алмаясаҡ,”- тип билдәләне.
Карантин режимын үтәмәгәндәр өсөн штраф ҡаралған. Рәсәй хөкүмәтенең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексында карантинды боҙоусынан зарарланған кеше һәләк булған осраҡта — 150-нән 300 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә 300-ҙән 500 мең һумғаса тәшкил итеүе мөмкин, тиелә.
Әгәр карантин ваҡытында сирле тирә-йүндәгеләргә хәүеф тыуҙырһа, унан — 15-40 мең һум, вазифалы кешеләрҙән 50-150 мең һум түләтеүҙәре мөмкин.
Штрафтың иң ҙур күләме — 1 миллион һум. Ул кешенең үлеменә килтергән юридик берәмектәргә һалына.
65 йәштән өлкәндәргә үҙ изоляция режимын боҙған өсөн штраф юҡ. Яза коронавирус инфекцияһын йоҡторған кеше менән аралашҡандар өсөн ҡаралған.