Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2020, 10:00

Йәш белгескә юлдар асыҡ

Сибай үҙәк дауаханаһы коллективы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә йәш белгестәр менән тулыланыуын дауам итә.

Сибай үҙәк дауаханаһы коллективы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә йәш белгестәр менән тулыланыуын дауам итә. Баш табип Р.Б.Нәҙерғолов белдереүенсә, ошо көндәрҙә Сибай район-ара перинаталь үҙәгенең яңы тыуған сабыйҙар бүлегендә табип-неонатолог, анестезиолог-реаниматолог Эльмира Әхәт ҡыҙы Ғүмәрова эш башлаған. Эльмира Әхәт ҡыҙы 2012 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын тамамлаған. 2012-2013 йылдарҙа “Неонатология”специальносы буйынса интернатура үткән.2012-2018 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районының үҙәк дауаханаһында табип-неонатолог булып эшләгән, дауахананың балалар бүлегендә мөдир вазифаһын башҡарған. 2017-2018 йылдарҙа Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында табип-неанатолог эшен алып барған. 2018-2020 йылдарҙа ошо дауахананың яңы тыуған балалар бүлегендә анестезиолог һәм реаниматолог булған. 2020 йылдың мартынан Сибай ҡалаһында эшләй.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: