Төркөмгә полиция, һаулыҡ һаҡлау, “Изгелек” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре тупланған. Сибай ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова әйтеүенсә, эшсе төркөм сит илдән ҡайтыусыларҙың өйҙәренә йөрөп тикшерә. Ундайҙар һаны ҡалала 200-ҙән ашыу. Белгестәр адрес буйынса өйҙәренә барып, йорт хужаларының бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәүен асыҡлай, сәләмәтлеге торошо менән ҡыҙыҡһына, төрлө кәңәштәр бирә.