Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2020, 10:15

Аҙыҡты интернет аша һатып алып була

23 марттан 5 апрелгә тиклем йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары ла ябыла. Уларға интернет селтәрҙәре аша дистанцион һатыу мөмкинлеге булдырылды.

Рәсәй президенты В.В. Путин белдереүенсә, 28 марттан 1 июнгә тиклем Рәсәйҙә пансионаттар, шифаханалар, ҡунаҡханалар һәм балалар лагерҙары ял итергә теләүселәрҙе ҡабул итеүҙән туҡтай. Ҡунаҡханаға командировкала йәки мөһим эш сәфәрендә булғандар ғына урынлаша ала. Әлеге ваҡытта ял йорттарында булыусылар үҙ изоляцияға ебәрелә.
Шулай уҡ төбәктәрҙә урынлашҡан күңел асыу урындарына, тау- саңғыһы трассаһы менән шөғөлләнгән объекттарға ла үҙ эшмәкәрлеген 1 июнгә тиклем туҡтатырға тәҡдим ителде. 23 марттан 5 апрелгә тиклем йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары ла ябыла. Уларға интернет селтәрҙәре аша дистанцион һатыу мөмкинлеге булдырылды.
#ВВПУТИН
Читайте нас: