Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 11:35

Кинәнеп ҡарағыҙ

Сибай концерт-театр берекмәһе март-апрель айҙарында коронавирус таралыуҙы кисектереү маҡсатында ижади саралар үткәреүҙе ваҡытлыса кисектереп торҙо. Әммә борсолорға урын юҡ: берекмә етәкселеге “Сулпан” балалар театрының архивтағы спектаклдәрен һәм филармония концерттарын “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге учреждениеның рәсми төркөмөндә онлайн режимында ҡарарға тәҡдим итә.

Сибай концерт-театр берекмәһе март-апрель айҙарында коронавирус таралыуҙы кисектереү маҡсатында ижади саралар үткәреүҙе ваҡытлыса кисектереп торҙо. Әммә борсолорға урын юҡ: берекмә етәкселеге “Сулпан” балалар театрының архивтағы спектаклдәрен һәм филармония концерттарын “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге учреждениеның рәсми төркөмөндә онлайн режимында ҡарарға тәҡдим итә. Бының өсөн https://vk.com/sibayfilarmoniya һылтанмаһы аша үтегеҙ һәм кинәнеп концерт, спектаклдәр ҡарағыҙ.
Тулыраҡ белешмәне http://sibay-concert.ru/онлайн-трансляции-концертов сайтынан алырға мөмкин.