Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 11:04

Ил башлығы карантин үҙәге булдырылған дауаханаларҙы тикшерҙе

Коронавирус буйынса карантин үҙәге булған Коммунаркалағы дауахананы Рәсәй президенты В.В.Путин үҙе барып тикшерҙе.

Коронавирус буйынса карантин үҙәге булған Коммунаркалағы дауахананы Рәсәй президенты В.В.Путин үҙе барып тикшерҙе. Бында ил башлығы үпкәләрҙе яһалма елләтеү, наркоз-тын алыу аппараттары, карантин ваҡытында дауаханала алып барылған эштәр менән ҡыҙыҡһынды.
В.В.Путин белдереүенсә, халыҡтың һаулығын һаҡлап ҡалыу өсөн илебеҙ дауаханаларында бөтә шарттар ҙа булдырылды. Шулай уҡ ҙур предприятиелар һәм ойошмаларға тән температураһын тикшереү өсөн махсус термометрҙар таратылды. Һәр кемдең һаулығы үҙ ҡулында. Шуға күрә карантин ваҡытында алда әйтелгән бар һаҡланыу сараларын күрергә, һәм мөмкин тиклем, кеше күпләп йөргән урындарға барыуҙан тыйылып торорға кәрәк.
#ВВПУТИН