Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 10:56

Мөмкинлегеңде ҡуллан!

Карантин ваҡытында интернет ресурстарын бушлай ҡулланырға мөмкин.

Коронавирус киҙеүенән һаҡланыу маҡсатында илдәге ойошмалар карантинға китергә мәжбүр булды. Рәсәй президенты В.В. Путин министерстволарҙан һәм ведомстволарҙан, өйҙә ултырғандарҙың тормош режимы боҙолмаһын өсөн, социаль әһәмиәткә эйә булған интернет ресурстарын бушлай ҡулланыу мөмкинлеген булдырыуҙы һораны. Был халыҡҡа бушлай дарыуҙар һатып алыу, мөһим яңылыҡтарҙы ҡарау, балаларға мәғариф сайттарында уҡыу өсөн әһәмиәтле. Рәсәйҙең күп компаниялары халыҡҡа бушлай онлайн ярҙам күрһәтеүҙе тәҡдим итһә, “Парламент” гәзите киҙеү ваҡытында ҡулланыу өсөн бушлай сервистарға күрһәтмә баҫтырып сығарҙы.
Телефон операторҙары һәм провайдерҙар “Стопкоронавирус.рф” сайтына инеп, мәғлүмәт алыу мөмкинлеген булдырҙы. Шулай уҡ кеҫә телефондары аша киҙеү буйынса һорауҙар булғанда Рәсәй туризмы ҡыҙыу линияһына шылтыратып бушлай консультация алырға мөмкин.
#ВВПУТИН