Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2020, 10:50

Киләсәктә лә исемегеҙгә тап төшөрмәгеҙ

Республика Башлығы Радий Хәбиров Йылым ауылы халҡынаРәхмәт хаты, Диплом һәм 250000 һумға сертификат тапшырҙы.

Кисә Республика Хөкүмәте йортонда “Айыҡ ауыл-2019" республика конкурсына йомғаҡ яһалды. “Демография” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы дөрөҫ туҡланыуға өйрәтеү, насар ғәҙәттәрҙән арындырыу маҡсатында сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу системаһы булдырыу” программаһы сиктәрендә ойошторолған сараның финалына сыҡҡан 15 ауыл араһында Баймаҡ районының Йылым ауылы лайыҡлы икенсе урынды яуланы.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Йылым ауылы халҡына
Рәхмәт хаты, Диплом һәм 250000 һумға сертификат тапшырҙы.
Йылымдарҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә айыҡ ауыл исемен лайыҡлы йөрөтөүҙәрен теләйбеҙ.
#нацпроекты#миллипроекттар