Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2020, 13:12

“Берҙәм Рәсәй” партияһы корнавирус буйынса онлайн лекциялар уҙғара

Өлкән йәштәгеләр өсөн беренсе онлайн семинар 19 мартта сәғәт 12.00 башланасаҡ.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы корнавирус буйынса онлайн лекциялар уҙғарыуҙы планлаштырған. Өлкән йәштәгеләр өсөн беренсе семинар 19 мартта сәғәт 12.00 башланасаҡ.
Был сарала билдәле табип-офтальмолог Эрнст Мулдашев, БДМУ профессоры Антонина Крюкова, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары- ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнаша. Сара барышында аудиоконференция режимында Совет һәм Рәсәй табибы халыҡ-ара медицина палатаһы президенты Леонид Рошаль да ҡушыласаҡ.
Тыңлаусылар белгестәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы онлайн режимда бирә ала. Видео мәктәпкә “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлеге сайтында махсус баннерға баҫып ҡушылырға мөмкин. (https://bashkortostan.er.ru/)