АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 11:10

Баймаҡтар күтәрә тел бәҫен

Шуныһы ҡыуаныслы: конкурста көс һынашыусы уҡытыусыларҙың күбеһе республиканың төрлө тарафтарындағы ауыл һәм ҡала мәктәптәре намыҫын яҡлап сығыш яһаһа ла, уларҙың тамырҙары Баймаҡ еренә килеп тоташа.Еңеүсе Нәзилә Хәсән ҡыҙы Низамова-Ишҡыуатова, мәҫәлән Баймаҡ районының Нуғай ауылында тыуып үҫкән. Ниғәмәт урта мәктәбендә, аҙаҡ БДУ-ла уҡыған. Ҡыйғы районына килен булып төшөп, 25 йылдан ашыу балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләй.

Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холлында “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ойошторолған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы-2020» конкурсы тантаналы ябылды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы итеп Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы уҡытыусыһы Нәзилә Низамова билдәләнде. Тамашасылар һөйөүенә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Тимербулатова лайыҡ булды.
“Һөнәремә тоғро ҡалам» номинацияһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова күрше өлкәләрҙән килгән уҡытыусыларҙы ҡотлап, грамоталар менән бүләктәр тапшырҙы.
Конкурс лауреаттары — Баймаҡ районы Билал ауылынан Альбина Садыҡова, Әбйәлил районы Асҡар ауылы «Таһир Күсимов исемендәге гимназияһы» уҡытыусыһы Илгиз Истәмғалин, Салауат ҡалаһы 25-се башҡорт гимназияһынан Көнһылыу Хәсәйенова, Дәүләкән районы лицей-интернатынан Гөлшат Әхмәтова.
Сухомлинский исемендәге "Йөрәгемде балаларға тапшырам" (“Сердце отдаю детям”) миҙалы Инвалид балаларға дистанцион белем биреү республика үҙәге Дыуан бүлексәһенәнең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айһылыу Сирбаеваға бирелде.
Сибай гимназияһы уҡытыусыһы Айгөл Вәкил ҡыҙы Яҡшыбаева конкурстың иң шәп 10 педагогы араһында билдәләнеп, ”Оҫта уҡытыусы” номинацияһын яуланы.
Шуныһы ҡыуаныслы: конкурста көс һынашыусы уҡытыусыларҙың күбеһе республиканың төрлө тарафтарындағы ауыл һәм ҡала мәктәптәре намыҫын яҡлап сығыш яһаһа ла, уларҙың тамырҙары Баймаҡ еренә килеп тоташа.
Еңеүсе Нәзилә Хәсән ҡыҙы Низамова-Ишҡыуатова, мәҫәлән Баймаҡ районының Нуғай ауылында тыуып үҫкән. Ниғәмәт урта мәктәбендә, аҙаҡ БДУ-ла уҡыған. Ҡыйғы районына килен булып төшөп, 25 йылдан ашыу балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләй.
Тамашасы һөйөүен яулаған Р.Ғарипов исемендәге гимназия уҡытыусыһы, шулай уҡ яҡташыбыҙ Римма Тимербулатованың сайты иң шәбе тип табылды. Шулай уҡ ул "Оҫта уҡытыусы " номинацияһында ла билдәләнде.
#нацпроекты#миллипроекты