Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 10:49

Аҙыҡ-түлекте күпләп алырғамы, юҡмы?

Рәсәй президенты В.В.Путин магазиндарҙағы аҙыҡ-түлек тупланмаһына мониторинг үткәрҙе

Халыҡ менән менән бәйләнеш тотоу өсөн булдырылған “Диалог” ойошмаһындағы осрашыуҙа Рәсәй президенты В.В.Путин һәм Рәсәй Федерацияһы Хакимиәте вәкилдәре илдә коронавирус инфекцияһынан ҡурҡып, аҙыҡ-түлек туплау кәрәклеге юҡ, тип белдерҙе.
Осрашыу барышында ил башлығы магазиндарҙағы аҙыҡ-түлек тупланмаһына мониторинг үткәрҙе һәм уларҙың хаҡтары, төбәктәрҙәге ошо проблемаға бәйле хәлдәр менән ҡыҙыҡһынды. Рәсәйҙә улар кимәле ҙур, запасһыҙ ҙа һигеҙ аҙнаға етерлек, тип билдәләне.
Владимир Путин халыҡты ҡурҡыуға бирелмәҫкә, аҙаҡ ташларға тура килмәһен өсөн аҙыҡ-түлек тупланмаһын ҙур кимәлдә йыймаҫҡа кәңәш итте.
#ВВПУТИН
Читайте нас: