«Берҙәм Рәсәй» фракцияһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Андрей Исаев: Депутаттар интернет селтәрҙәре аша дарыу һатыу һәм уларҙы рецепһыҙ һатып алыу мөмкинлеген булдырыу Законы проектына төҙәтмәләр индереп, уның эшләй башлауының рәсми датаһын билдәләйәсәк,” - тип белдерҙе.
Закон проектында дистанцион рәүештә рецепһыҙ дарыу һатып алыу мөмкинселеген булдырыу 2020 йылдың 1 июленән башалана, тип яҙыла. Парламентарий күҙаллауынса, был Закондың апрелдә ҡабул ителеүе лә бар. Бындай юл менән дарыу алыу инвалидтарға, ҡаты сир менән ауырыусыларға, һәм шулай уҡ төрлө киҙеү таралыуы ваҡытында ҡулайлы буласаҡ.
Быға тиклем интернет селтәрҙәре аша дарыуҙар һатып алыу Закон проекты 2017 йылда уҡ ҡаралғайны. Тик ҡаршы фекерҙәр булғаны өсөн, проект ваҡытлыса туҡталып торҙо. Быйыл Рәсәй президенты Владимир Путин Дәүләт Думаһы депутаттарынан документты ҡабул итеүҙе тиҙләтеүҙәрен һораны.