Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 11:15

Түштәрендә миҙал сыңлай

--Бәләкәй генә көйөнсә эшкә егелдек. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тырыштыҡ, фронтты кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек,--тине Фидай Әбүбәкиров. Халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәгенең “Йәнгүҙәй” ансамбленең иң өлкән ағзаһының дәрте ташып тора. Был юлы ла ул ҡулына тальянын алып күңелле ауыл көйҙәрен һуҙып ебәрҙе.

Төбәктә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә юбилей миҙалдары тапшырыу дауам итә. Сибай ҡалаһында бындай награда 280-дән ашыу кешегә таратыла. Был эштәрҙең барыһы ла “Демография” милли проектының “ Оло быуын вәкилдәренә систематик ярҙам һәм уларҙың тормош кимәлен яҡшыртыу” программаһы сиктәрендә атҡарыла.
Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илшат Рәшит улы Солтангәрәев бер төркөм оло быуын вәкилдәренең өйҙәренә йөрөп миҙалдар бирҙе. Уларҙың иң йәшенә 89 йәш булһа, иң олоһо 94-ен тултырған. Бала ғына көйөнсә һуғыш михнәттәрен үҙ иңендә татыусыларҙың хәтеренә ҡәһәрле һуғыш онотолмаҫлыҡ булып уйылған.
--Бәләкәй генә көйөнсә эшкә егелдек. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тырыштыҡ, фронтты кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек,--тине Фидай Әбүбәкиров. Халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәгенең “Йәнгүҙәй” ансамбленең иң өлкән ағзаһының дәрте ташып тора. Был юлы ла ул ҡулына тальянын алып күңелле ауыл көйҙәрен һуҙып ебәрҙе.
--Элек күп михнәттәр күргәнгә күрә әлеге тормошобоҙ яҡшы булыуға ҡыуаныбыҙ. Етәкселәргә ҙур рәхмәт!—тип ҡыуанды тыл ветерандары.
#нацпроекты#миллипроекттар