Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 13:00

Конкурс һәләтлеләрҙе асыҡлай

13 мартта Сибай ҡалаһында Урал аръяғының Сибай буйынса методик берекмәһенә ҡараған Балалар музыка, сәнғәт, һынлы сәнғәт мәктәптәре араһында VI төбәк конкурсы үтә.

13 мартта Сибай ҡалаһында Урал аръяғының Сибай буйынса методик берекмәһенә ҡараған Балалар музыка, сәнғәт, һынлы сәнғәт мәктәптәре араһында VI төбәк конкурсы үтә. Унда ҡатнашыусылар 8.00-9.30 сәғәттә Сибай сәнғәт колледжында (Таусылар проспекты, 14) теркәлеү үтә.
Конкурс 10.00 сәғәттә башлана.
Фортепиано һәм ҡыллы инструменттарҙа (скрипка) уйнап ярышыусылар сәнғәт колледжының концерт залында ҡала.
Тынлы һәм һуҡма инструменттарҙа уйнаусылар урта махсус музыка колледжының Сибай филиалына бара (Таусылар проспекты, 21/1/1). Халыҡ инструменттары конкурсанттары Балалар музыка мәктәбенең концерт залына юллана (Кл.Цеткин урамы, 10/2).
Башҡорт халыҡ инструменттарында уйнаусылар сәнғәт колледжының 2-се корпусында һәләттәрен һынап ҡарай. (Коммунистик урамы, 4, театр залы).
Вокалсылар (академик) ярышы Балалар сәнғәт мәктәбенең концерт залында үтә (Коммунистистик урамы, 10). Вокал (эстрада) “Мир” йәштәр йортонда (Ленин урамы,7) була.
Живопись һәм һүрәт буйынса бәйге Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә (Белов урамы, 36/1) ойошторола.
--Конкурс һөҙөмтәләре , еңеүселәрҙе ҡотлау ярыштың бөтә төрҙәре лә үтеп бөткәс уҙғарыла. Конкурсанттарҙы теркәү һәм ойоштороу иғәнәһен түләү өсөн сәнғәт колледжына бер вәкилдең барыуы лә етә. Ҡатнашыусыларҙан конкурс төрҙәре үткән учреждениеларға барыу һорала,--ти ойошторусылар.