АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2020, 10:30

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына – 75 мең.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте сараға 62,9 миллиард һум аҡса бүлеүҙе раҫланы.

Рәсәй Президенты В.В.Путин Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына һуғыш ветерандарына һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә, концлагерь тотҡондарына аҡсалата түләү булдырыласаҡ, тигән Указға ҡул ҡуйғайны. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте был сараға 62,9 миллиард һум аҡса бүлеүҙе раҫланы.
Премьер Михаил Мишустин министрҙар кабинеты ултырышында һуғыш ветерандарына һәм инвалидтарға, уларҙың тол ҡатындарына, кесе йәштә концлагерь тотҡононда булыусыларға - 75 мең һум, тыл хеҙмәткәрҙәренә һәм өлкән йәштә концлагерь тотҡононда булыусыларға 50 мең һум аҡса түләнәсәк, тип белдерҙе.
#В.В.Путин.