Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2020, 20:00

Эстрада йондоҙҙары беҙҙә ҡунаҡта

12 мартта яратҡан йырсыларыбыҙ Гүзәл Уразова менән Илдар Хәкимов Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһында концерт ҡуясаҡ. 13 мартта Магнитогорск ҡалаһы тамашасылары уларҙы ҡабул итһә, 14 мартта иһә Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә шәп тамаша көтөлә.

Татарстандың халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Уразова менән яҡташыбыҙ Татарстандың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Хәкимов март башында уҡ Башҡортостан, күрше Ырымбур, Силәбе өлкәләре буйлап гастролдәргә сыҡты. Бөгөн билдәле артистарҙың ижади төркөмө Ҡыуандыҡта сығыш яһай.
12 мартта яратҡан йырсыларыбыҙ Гүзәл Уразова менән Илдар Хәкимов Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһында концерт ҡуясаҡ. 13 мартта Магнитогорск ҡалаһы тамашасылары уларҙы ҡабул итһә, 14 мартта иһә Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә шәп тамаша көтөлә.
15 майҙа ирле-ҡатынлы эстрада йондоҙҙары Баймаҡ халҡын йыр-моң байрамында көтә. 16 мартта Белоретта, 17 мартта Учалыла сығыш яһаһалар, Самара, Сызрань, Саратов, Саранск тарафтарына юлланасаҡтар. Март аҙағында улар йәнә Башҡортостанға әйләнеп килеп Бәләбәй, Баҡалы яҡтарында концерт ҡуясаҡ.