Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Март 2020, 00:15

Бәләкәс принцессалар балға йыйылды

--Һәр ҡыҙ әкиәткә, тылсымға ышана, үҙ принцын көтә. Бөгөнгө сара һеҙгә ҡанат ҡуйһын, үҙаллылыҡ өҫтәһен. Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!—тип теләне гүзәл заттарға Р.Ә.Афзалов.

Сибай ҡалаһында беренсе тапҡыр физик мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар өсөн “Бәләкәс принцессалар балы” үтте. Балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә ойошторолған сараға Республика дистанцион белем биреү үҙәге һәм коррекцион мәктәптә белем алыусылар йыйылды. Ҡыҙҙарҙы бал барышында 7-се мәктәптең кадет кластарында уҡыусы малайҙар оҙатып йөрөнө. Балаларҙы һәм уларҙың әсәйҙәрен Сибай ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов тәбрикләне.
--Һәр ҡыҙ әкиәткә, тылсымға ышана, үҙ принцын көтә. Бөгөнгө сара һеҙгә ҡанат ҡуйһын, үҙаллылыҡ өҫтәһен. Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!—тип теләне гүзәл заттарға Р.Ә.Афзалов.
Бал һуңында һәр бәләкәскә диадема бүләк ителеп принцесса титулы бирелде. Үҙенсәлекле иртәлекте мәҙәниәт учреждениелары тәрбиәләнеүселәренең һәм уҡытыусыларҙың сағыу сығыштары биҙәне. Ҡунаҡтарға балалар һынлы сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары оҫталыҡ кластарында әҙерләгән ҡул эштәре таратылды.