Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2020, 10:45

Күсмә фельдшер-акушер пункты уңайлы

Уҙған йыл аҙағында Йылайыр районында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алынған күсмә фельдшер-акушер пункты төбәк ауылдарына йөрөп халыҡты хеҙмәтләндерә.

Уҙған йыл аҙағында Йылайыр районында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алынған күсмә фельдшер-акушер пункты төбәк ауылдарына графикка ярышлы йөрөй.
Ошо көндәрҙә махсус техника Үрге Ғәле ауыл биләмәһендә булып, халыҡҡа беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтте. Автобус нигеҙендә ҡоролған фельдшер-акушер пункты заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Фельдшер пациенттарҙы тиҙ ҡабул итә. Сәләмәтлектәре торошо ҡаҡшағандарға район дауаханаһына йүнәлтмәләр ҙә бирә.
--Беҙгә район үҙәге алыҫ. Шуға ла ошондай күсмә ФАП-тар беҙҙең яҡҡа даими килеүе шарт,--ти өлкән быуын вәкилдәре һәм йәш балалы әсәләр.
#нацпроекты#миллипроекттар