Ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә Мәскәү метроһында махсус һаҡланыу кейемендәге сирле Ҡытай кешеләренең коронавирус киҙеүе таратыуы, уларҙың бер нисәүһенең тотолоуы, метронан сығарылыуы тураһында шомло хәбәр таралды.
ФИХ мәғлүмәттәренә таянып, Рәсәй Президенты В.В. Путин: “Был хәбәрҙәр халыҡ араһында паника, ҡурҡыу тыуҙырыу өсөн сит илдәрҙән индерелә,”-тип белдерҙе. Шуға күрә ил башлығы халҡтың уяу булыуын һәм дөрөҫ мәғлүмәттәргә генә ышаныуын һораны.