Кисә Өфө ҡалаһында Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының ултырышы үтте. Унда уҙған йылға йомғаҡ яһалды, 2020 йылға пландар ҡуйылды. Әйтергә кәрәк, төбәктә “Экология” милли проекттары сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” проекты эшләй. Төбәк проектына 2024 йылға тиклем 2,2 млрд һум аҡса бүленгән, уның 923 млн һумы бюджеттан. Ҙур өлөшөн урман хужалығы учреждениелары һәм ҡуртымға алыусылар бирә. Проект сиктәрендә урман тергеҙеү эштәре ҙур булмаған күләмдә Белорет, Баймаҡ, Йылайыр, Бөрйән, Ҡариҙел райондарында үтәлеүе әйтелде.