Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2020, 10:35

Дарина—иң шәп уйынсы

Баймаҡтар ҡымыҙы, ҡаҙыһы менән генә түгел, баскетбол уйнаған оҙон буйлы ҡыҙҙары менән дә дан тота.

Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейының «Шторм» баскетбол командаһы «КЭС-БАСКЕТ» чемпионатында сираттағы еңеүен яуланы. Ҡыҙҙар командалары араһында Дарина Асылова финалдың иң шәп уйынсыһы тип танылған.
Тиҙҙән «Шторм» “Демография” милли проектының “Спорт—йәшәү нормаһы” программаһы сиктәрендә һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап ойоштороласаҡ Волга буйы федераль округы чемпионатына юллана һәм суперфиналда уйнау өсөн көрәшәсәк.
Ҡыҙҙарҙың унда ла һынатмауын теләйбеҙ!
#нацпроекты#миллипроекттар