Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов ғинуар айында Аҡъяр ауылы халҡы менән осрашҡанда ҡасаба үҙәгендә ауыл хужалығы продукцияһын һатыу өсөн ышыҡ урын кәрәкләген белгерткәйне. Ошо көндәрҙә хәйбуллаларҙың был хыялы тормошҡа ашты—Аҡъярҙа көплө ике һатыу лавкаһы барлыҡҡа килде. Оҙаҡламай өҫтәмә тағы ике лавка ҡуйыу күҙаллана.
--Торлаҡ пункттарында эстетик зауыҡ йылында шәхси хужалыҡтарҙа етештергән ризыҡты һатыусыларға уңайлыҡтар тыуҙырырға тырыштыҡ. Киләсәктә мөлкәткә һаҡсыл ҡарап, мәнфәғәтен күрергә генә ҡала. Дөйөм көс менән районыбыҙҙы зауыҡлы, таҙа һәм матур итә алабыҙ,--тине Рөстәм Динислам улы.
Төбәк хужабикәләре яңы сауҙа нөктәләренә ифрат ҡыуана.
--Ябай ауыл халҡын хәстәрләүегеҙ шәп! Хәләл көстәрен түгел етештергән ризыҡтарын ергә һалып һатып тороусыларҙы эргәләренән үткән һайын йәлләй торғайным. Баҙарҙа ла ошондай шарттар тыуҙырыу зарур,--ти Хәлиҙә Ғәлиастанова, халыҡ исеменән етәкселеккә рәхмәт белдереп.