АТАЙСАЛ
-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2020, 22:25

Һарыҡты кем ашаған?

Сибай ҡалаһына яҡын булған Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы Полоцкое ҡасабаһының шәхси хужалыҡтарының береһендә бүреләр 18 баш һарыҡты йыҡҡан. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә яҙылды. Полоцкое ҡасабаһы биләмәһе башлығы Серикжан Хасенов был хәлдең дөрөҫлөгөн раҫлаған.

Сибай ҡалаһына яҡын булған Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы Полоцкое ауылының шәхси хужалыҡтарының береһендә бүреләр 18 баш һарыҡты йыҡҡан. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә яҙылды. Полоцкое ҡасабаһы биләмәһе башлығы Серикжан Хасенов был хәлдең дөрөҫлөгөн раҫлаған.
--Ысынлап та 29 февралдән 1 мартҡа ҡараған төндө бүреләр ҡасабаның Үҙәк урамы осонда йәшәүселәрҙең малын боғаҙлаған. Хужалар төнгөлөккә һарыҡтарын кәртә эсенә алмай, кардаларға ҡалдырған булған. Төнгө сәғәт 3-тәр тирәһендә эттәр өрөүгә һәм һарыҡ баҡырғанға уянып тышҡа сыҡһалар, бер нисә һарығы тәгәрәшеп ятыуын күрәләр. 9 баш ваҡ малы шунда уҡ йән бирә, таңға тағы шуны сама һарыҡтары үлә. Башта хужалар малдарын урамда йөрөгән берәҙәк эттәр талаған тип уйлай.
Иртәнсәк ғәҙәттән тыш хәл булған урынға һунарсыларҙы алып киләләр. Улар үҙ нәүбәтендә эҙҙәрҙең бүренекенә ныҡ оҡшауын әйтә. Ҡасаба хакимиәте башлығы урында хужаһыҙ эттәрҙең булмауын белгертә. Ҡаза күреүселәр полицияға ғариза яҙған.
Эске эштәр министрлығының Ҡыҙыл районы буйынса полицияның участка уполномоченныйҙары бүлеге начальнигы Ирмәк Сабиров әйтеүенсә, Полоцкое ҡасабаһында малдар ҡырылыуы хаҡында хәбәрҙар. Әлеге мәлдә унда участковыйҙар эшләй. Теркәлгән факттар өлкәнең экология һәм тәбиғәт ресурстары министрлығына ебәрелгән. Әлегә һарыҡтарға бүреләр һөжүм ителеүе иҫбатланмаған.
Шулай ҙа тынысланырға ярамай. Күрше ауылдарҙа бүре өйөрө йөрөүе тураһында хәбәр ишетелгән.
--Ҡауғаларға ярамай, әммә хәүефһеҙлек саралары бер кемгә лә ҡамасауламай,--ти Ирмәк Сабиров.—Хәлдәрҙе асыҡлағансы, балыҡҡа йөрөүҙән тыйылып торорға, ҡараңғыла ауылдан ситкә сығып йөрөмәҫкә, айырыуса ағаслыҡтар яғына бармаҫҡа саҡырам. Балаларҙы кеше булмаған ерҙә ҡалдырмағыҙ. Малығыҙҙы кәртәлә бикләп тотоғоҙ, уларҙы төнгә асыҡ урында ҡалдырмағыҙ.
Читайте нас: