Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡҡа ғәҙәттән тыш хәл тураһындағы киң мәғлүмәт саралары, бәйләнеш операторҙары иҫкәртергә тейеш, тигән законға ҡул ҡуйҙы. Был документ 1 мартта хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.
Документ текстында: Тәбиғәт йәки техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр, хәрби хәрәкәттәрҙә хәүеф барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәт тиҙ арала халыҡҡа еткерелергә тейеш, тип әйтелә.