Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Февраль 2020, 20:25

Юлға сыҡмау хәйерле

Сибай ҡалаһынан Аҡъяр яғына ла, Баймаҡҡа сығармайҙар. Ни өсөн?

Сибай ҡалаһынан сығып китеү бик хәүефле. Быға һауа торошо сәбәпсе.
--Хәйбулла районының Аҡъяр ауылына барырға сыҡҡайныҡ, юл насар булғанлыҡтан кире боролорға тура килде. Күлтабандан Сосновкаға ҡәҙәр юл ситендә ҡар өйөмө ныҡ бейек, асфальт асыҡ түгел. Юлдан ситкә сығып китеүсе техникалар ҙа бар. Ҡала эсендә бик һиҙелмәһә лә, ситтә урыны менән буран өрөп тора,--ти юлаусыларҙың береһе.
Баймаҡ яғына ла юл ябыҡ.