Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Февраль 2020, 20:10

Мин яратам һине, Сибай!

Тау йөрәге йыртылып асылған төбәк халҡы ниндәй хәлдә лә тыуған еренә тоғро. Улар бер нимәгә ҡарамай йырлай ҙа, бейей ҙә, сәхнә күрке булып ҡалыуҙарын дауам итә.

2020 йыл юбилей даталарына бай йыл. Бөйөк Еңеүҙең—75, Сибай ҡалаһының 65 йыллығы киң билдәләнәсәк, баш ҡалабыҙ Өфөлә Бөтә Донъя фольклориадаһы үтәсәк. Ошо күркәм сараларға әҙерлек маҡсатында Сибай ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге ҡаланың хеҙмәт коллективтары араһында художестволы үҙешмәкәрҙәр конкурсы ойошторҙо.
--Конкурста ҡатнашырға теләүселәрҙән 42 заявка ҡабул иттек. Жюри 130-ҙан ашыу концерт номерҙары ҡараны. Ике көн эсендә халыҡ мәшғүллеге һәм ялы үҙәге сәхнәһендә 500-ҙән ашыу кеше сығыш яһаны,--ти үҙәктең художество етәксеһе Гүзәл Кәримова.—Коллективтарҙың күбеһе сараға ныҡлы әҙерләнгән, костюмдар килешле булыуы оҡшаны. Сығыштарҙың барыһы ла тиерлек Бөйөк Еңеүгә, Сибай ҡалаһына арналды.Иң яҡшы концерт номерҙары байрам сараларына бағышланған концерттарҙа күрһәтеләсәк.