Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 11:50

Миҙалдар тапшырылды

Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған юбилей миҙалдары тапшырҙы. Улар араһында апалы-һеңлеле Мөхтәрәмә һәм Сәбилә Яҡшымбәтовалар бар.--Атайыбыҙ Хөсәйен Яҡшымбәтов ике һуғышты—Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы үткән кеше. Үлер алдынан ғына юғары наградаһы ла уны килеп тапты,--ти миҙал алыусы инәйҙәр.

Сибай ҡалаһының 12-се мәктәбендә яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Федор Иванович Беловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сара үтте. “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” вәкилдәренә системалы ярҙам һәм йәшәү сифатын күтәреү программаһына ярашлы ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов бер төркөм тыл ветерандарына Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған юбилей миҙалдары тапшырҙы. Улар араһында апалы-һеңлеле Мөхтәрәмә һәм Сәбилә Яҡшымбәтовалар бар.
--Атайыбыҙ Хөсәйен Яҡшымбәтов ике һуғышты—Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы үткән кеше. Үлер алдынан ғына юғары наградаһы ла уны килеп тапты,--ти миҙал алыусы инәйҙәр.
Миҙал алыусылар барыһында Сибай ггимназия-интернаты ветерандары Сәхипъямал Бүләкәнова, Мәфрүзә Сиражетдин ҡыҙы ла бар ине. Улар ҙа наградаларына ихлас ҡыуанды.
#нацпроекты#миллипроекттар