Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2020, 17:23

Медузанан эшләнгән чипсы ашап ҡарағанығыҙ бармы?

Медузанан чипсы уйлап сығарғандар.Тулыраҡ беҙҙең сайтта

Балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә төрлө тәм менән әҙерләнгән чипсылар - яратҡан ризыҡтарының береһе. Картуфтан, йә кукуруз ононан бешерелгәндәре бигерәк популяр булып китте. Уларҙың ни тиклем зыянлы ризыҡ икәнен уйлап та тормайбыҙ, составына ла күҙ һалған юҡ.
Ә бына медузаларҙан эшләнгән чипсы ашап ҡарағанығыҙ бармы? Дания ғалимдары медузанан чипсы уйлап сығарырға йыйына. Уны эшләү технологияһы ла бик ҡыҙыҡлы һәм ябай ғына. Медузаларҙы спирт иретмәһендә тотҡандан һуң, йәйеп киптереп алалар. Был осраҡта уларҙа булған бар файҙалы матдәләр ҙә һаҡланып ҡала, тип иҫбатлай Дания ғалимдары.
Мәғлүмәт интернет селтәренән алынды