Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2020, 11:55

Ҡашҡарҙар һәйкәл тергеҙә

“Эскелеккә ҡаршы беҙ лаф орманыҡ. Беҙгә иң мөһиме-алкоголь һатылған нөктәләрҙе ябыу ине”,-- ти ҡашҡарҙар. Һәм улар ошо маҡсатына ирешкән.

Йылайыр район хакимиәте “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында еңеүе өсөн Ҡашҡар ауылы биләмәһен 50 мең һум аҡса менән бүләкләгән. Ҡашҡарҙар уны Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға һәйкәлде төҙөкләндереү өсөн тотонорга ниәтләй.
--Беҙҙең ауылда эшһеҙлек юҡ,--ти сығыш ҡашҡарҙар. --Ауыл халҡының күбеһе ауылдан ике саҡрым алыҫлыҡтағы Исҡужа карьер бүлексәһендә эшләй. Һәр башланғыста “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектына таянып эш итәбеҙ.
Яңыраҡ ир-егеттәр өсөн балыҡ тотоу буйынса ярыш үткәргәндәр. Ҡашҡарҙа спорт залы ла буш тормай. Ә ағинәйҙәр йәш килендәргә талҡан,эремсек әҙерләргә өйрәтә, бергәләп хатта кәфенлек тә тегеп ҡарағандар. Ололар йәштәргә боронғо халыҡ йолаларын өйрәтә, төрлө һөнәр серҙәренә төшөндөрә.
Йылайыр – ҡурайсылар төбәге. “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә Ҡурай байрамын уҙғарғандар.
“Эскелеккә ҡаршы беҙ лаф орманыҡ. Беҙгә иң мөһиме-алкоголь һатылған нөктәләрҙе ябыу ине”,-- ти ҡашҡарҙар. Һәм улар ошо маҡсатына ирешкән.
#нацпроекты#миллипроекттар