Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2020, 11:00

Зөһрә--ай ҡыҙы ғына түгел, ҡурайсы ла

Сибай сәнғәт колледжы студенткаһы Зөһрә Хәйруллина "Ҡурайсы ҡыҙ" конкурсында уңышлы сығыш яһаны.

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек, “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында “Ҡурайсы ҡыҙ” конкурсы үтте. Сараны республиканың Ҡурайсылар һәм Ҡатын-ҡыҙҙар союздары берлектә ойошторҙо.
--Конкурста бөтәһе 47 ҡыҙ ҡатнашты. Жюри еңеүселәрҙе ике төркөмдә (16 йәшкә тиклем һәм өлкән) билдәләне. 5 минутлыҡ сығыш ваҡытында оҙон һәм бейеү көйө уйнаныҡ. Милли кейемдә булыу ҙа мотлаҡ ине,--ти Сибай сәнғәт колледжы намыҫын яҡлаусы Зөһрә Хәйруллина.—Бында ярышта һәләтемде беренсе тапҡыр һынап ҡарамаҫтан, икенсе дәрәжәле диплом яулауыма бик шатмын.
Ҡыҙҙы ярышҡа остазы Шамил Күсәмишев әҙерләгән.
#нацпроекты#миллипроекты
Читайте нас: