ТАСС мәғлүмәт үҙәге хәбәр итеүенсә, Рәсәй профсоюз ойошмалары уҡытыусылар һәм педагогтарҙы битәрләүселәр өсөн язаны көсәйтеү тураһындағы проектҡа төҙәтмәләр индерҙе. Бында битәрләүселәргә ҙур күләмле штраф һалынасағы тураһында иғлан ителде.
Киләсәктә енәйәт кодексының Уҡытыусыларҙы һәм педагогтарҙы битәрләүселәрҙән яҡлау статьяһын тулыландырыу ҡаралған. Енәйәт кодексының был статьяһына уҡытыусыларға һәм педагогтарға көс ҡулланыусыларҙы, ҡул күтәреүселәрҙе өс йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү язаһын индереү планлаштырыла. Енәйәтсе ҡорал ҡулланып уҡытыусының һаулығына зыян килтерһә, алты йылға тиклем иркенән мәхрүм ителәсәк.
Бынан тыш, уҡытыусыны һүҙ менән битәрләүсе граждандар - 4 меңдән 5 меңгә тиклем, юғарыраҡ вазифалы граждандар - 40 меңдән 50 меңгәсә, юридик шәхестәр 100 меңдән 150 меңгә тиклем штраф түләйәсәк. Шулай уҡ ата-әсә баланы тәрбиәләү бурысын үтәмәй икән, уларға 500 һумдан өс меңгә тиклем штраф һалынасаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин белдереүенсә, былар барыһы ла илдә уҡытыусы статусын күтәреү өсөн эшләнелә.