Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2020, 16:00

Сибайҙар тәбрикләнде

Коллегия ултырышы һуңында бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар араһында Сибай ҡалаһының “Атайсал “ гәзите хәбәрсеһе Гөлдәр Ҡадаева ла бар.Сибай мәғлүмәт үҙәге директоры, көньяҡ-көнсығыш журналистары берекмәһе рәйесе Самат Булат улы Азаматов журналистар союзы тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рәсәй журналистары Союзының Грамотаһы менән бүләкләнде.

Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов
Матбуғат йортонда күп функциялы медиаүҙәк асыу планлаштырыла, тип хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, унда заманса матбуғат үҙәге, ньюс-рум, журналистар өсөн китапхана булырға тейеш. Үҙәктә республиканың барлыҡ киң мәғлүмәт саралары урынлашыр тип күҙ уңында тотола.
Был бинаның тарихы 1967 йылға, Өфөлә гәзит-журнал һәм редакция-нәшриәт комплексы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән ваҡытҡа барып тоташа.
1971 йылда Матбуғат йортоноң производство корпусы асылған. Бер йылдан редакция-нәшриәт комплексы төҙөлөшө тамамланған. Шул ваҡыттан бирле бинала республика һәм ҡала гәзит-журналдары, альманахтар һәм башҡа баҫмаларҙың редакциялары урынлашҡан.
Һуңғы бер нисә тиҫтә йылда бинаға аҡса һалынмаған. Ул насар торошта, коммуникацияларҙы алмаштырыуҙы һәм яңынан планлаштырыуҙы талап итә.
Коллегия ултырышы һуңында бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар араһында Сибай ҡалаһының “Атайсал “ гәзите хәбәрсеһе Гөлдәр Ҡадаева ла бар.
Сибай мәғлүмәт үҙәге директоры, көньяҡ-көнсығыш журналистары берекмәһе рәйесе Самат Булат улы Азаматов журналистар союзы тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рәсәй журналистары Союзының Грамотаһы менән бүләкләнде.