Сибай ҡалаһы гимназия-интернатының “Салтанат” өлгөлө халыҡ бейеү ансамбле быйыл үҙенең 10 йыллыҡ түңәрәк датаһын билдәләй. Ошо уңайҙан ижади коллектив 5 мартта Балалар ижады үҙәгендә ҙур концерт күрһәтә. Республикала үтәсәк фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә ойошторолған сараға ансамблдә ҡанат нығытып, төрлө тарафтарға таралған йәштәрҙең килеүе көтөлә.
--Әлеге мәлдә ансамблдең төрлө төркөмдәрендә 70-тән ашыу уҡыусы шөғөлләнә. Беҙҙең ижади коллектив 10 йыл эсендә бик күптәргә ҡанат ҡуйҙы. Тәрбиәләнеүсебеҙ Фәйрүзә Абыҙгилдина профессиональ бейеүсе булып “Сибай” бейеү ансамблендә эшләй. Күптәр илебеҙҙең төрлө тарафтарындағы юғары уҡыу йорттарында шөғөлдәрен дауам итә, хатта ҡайһы берҙәре үҙҙәре бейеү түңәрәге ойоштороп та ебәргән,--ти ансамбль етәксеһе Фәнүзә Мөхәмәтйәнова.
“Салтанат”тарҙың репертуарында төрлө бейеүҙәр бар. Ҡыҙҙар-егеттәр йыл һайын ҡала, республика, төбәк, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара бейеү конкурстарында ҡатнашып, оҫталыҡтарын шымарта.