Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2020, 10:55

Ләйлә менән Вилдан--өлөшлө сабыйҙар

--Игеҙәктәр тыуасағын алдан белдек. Бәләкәс ҡыҙыбыҙға исемде мин һайланым, ҡатыным һәм өлкән ҡыҙыбыҙ нәҫелебеҙҙе дауам итеүсе улыбыҙға яңғырауыҡлы исем эҙләне, --ти Ғөбәйҙәллиндарҙың ғаилә башлығы Рөстәм Рафаэль улы ҡыуанып.

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре “Демография” милли проекты сиктәрендә быйылғы 100-сө бала тыуыу тураһында акт теркәне. Түңәрәк һан аҫтында Ғөбәйҙуллиндарҙың игеҙәктәре тыуыу тураһында танытма алды. Рөстәм һәм Эльмира Ғөбәйҙуллиндар сабыйҙарына Вилдан һәм Ләйлә тип матур исемдәр биргән. 14 йәшлек Регина апайҙары бәләкәстәрҙең тыуыуын көтөп алған.
--Игеҙәктәр тыуасағын алдан белдек. Бәләкәс ҡыҙыбыҙға исемде мин һайланым, ҡатыным һәм өлкән ҡыҙыбыҙ нәҫелебеҙҙе дауам итеүсе улыбыҙға яңғырауыҡлы исем эҙләне, --ти Ғөбәйҙәллиндарҙың ғаилә башлығы Рөстәм Рафаэль улы ҡыуанып.
#нацпроекты#миллипроекттар