Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2020, 10:05

ЗАМАНСА АЛЫМДАР ҠУЛЛАНЫЛА

Пациенттарға күсмә телемедицина мониторингы ҡоролмалары беркетелә... Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, барлыҡ медицина ойошмалары пациенттар менән видеоконференция үткәреү мөмкинлегенә эйә буласаҡ, ә һаулығына хәүеф янаған пациенттарға күсмә телемедицина мониторингы ҡоролмалары беркетеләсәк һәм уларҙың хәле контролдә тотоласаҡ .
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә, һаулыҡ һаҡлау тармағына күп кенә үҙгәрештәр индерелә, система заманлаштырыла. Мәҫәлән, электрон медицина карталары, медицина документтарының берҙәм базаһы булдырыла. “Электрон больничный” проекты ла әүҙем тормошҡа ашырыла.
#миллипроект#нацпроект