Яңы йыл байрамы алдынан бер кемдең дә эшләргә теләге юҡ, шулаймы? Эшләгән хәлдә лә эш рәте китә, күңелде байрам кәйефе сорнап ала, табын әҙерләү, ҡунаҡ ҡаршылау мәшәҡәте менән мәж киләһең. Шуға ла уҙған ноябрь-декабрь айҙарында киң мәғлүмәт сараларында 31 декабрҙе ял көнө итеү кәрәклеген белдереп, тәҡдим яһаусылар күп булды. Рәсәй президенты В.В.Путин да матбуғат конференцияһында был көндә өйҙә булыу, шыршы биҙәү, балалар менән аралашыу яҡшыраҡ булыр ине тип белдергәйне. Ошонан сығып, 31 декабрҙе ял көнө тип иғлан итеү хаҡында закон проекты тәҡдим ителгәйне. Әммә Хөкүмәт был проектты хупламаны.
--Яңы законға мохтажлыҡ юҡ. Ни өсөн тигәндә, 31 декабрь шәмбе йә йәкшәмбегә тура килмәһә, министрҙар кабинеты бер ял көнөн 31 декабргә күсерә ала, - тип белдерә Рәсәй медиахолдингы.