Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2020, 17:44

Ҡар өйөмө эсенән машина табылған

Ҡар өйөмөнә күмелгәндәрҙе машина эсенән саҡ сығарып алғандар

Башҡортостан Респубикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетының Сибай ҡалаһы Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡар өйөмөнә батҡан машинаны сығарыуҙа һәм уның пассажирҙарына ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнашты.
Ҡотҡарыусылар еңел машинаны ҡар аҫтынан янып торған фарҙарын күреп кенә таба алған, сөнки улар килеп еткәнсе машинаны тулыһынса ҡар ҡаплаған. Асҡланыуынса, Уральск ҡалаһы кешеләре балалары менән Яҡтыкүлдәге тау саңғыһы курортына ял итергә юлланған булған. Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылы янында был еңел машина ҡарға батҡан.
Ҡотҡарыусылар ҡар өйөмөнә күмелгәндәрҙе машина эсенән сығарып, Сибай ҡалаһында урынлашҡан ҡотҡарыу отрядына урынлаштырған. Улар билдәләүенсә, был хәлгә эләккән өлкәндәр ҙә, балалар ҙа зыян күрмәгән, медицина ярҙамына мохтаж түгел.