Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 10:30

Рәсәй юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары артасаҡ.

Бюджет урындарының артыуы төбәктәрҙә урынлашҡан юғары уҡыу йорттарында көтөлә.Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Дәүләт Думаһы депутаты, “Яңы мәктәп ” проекты координаторы Алена Аршинова белдереүенсә, “Берҙәм Рәсәй” партияһы Мәғариф һәм фән министрлығына Рәсәй юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарының һанын арттырыу буйынса тәҡдимдәр ебәргән.
Рәсәй президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә, мәктәпте тамамлаусылар һаны йылдан йыл арта, шуға күрә юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектәрҙә бюджет урындарын арттырыу мөһим, тип билдәләне.
Президент бюджет урындарҙы арттырыуҙа төбәктәрҙә урынлашҡан юғары уҡыу йорттарына өҫтөнлөк бирергә кәрәк, тигән күрһәтмәләрен бирҙе.
#ВВПУТИН